Как составить словосочетания на башкирском языке

Видео:Что такое словосочетание. Как составить словосочетания?Скачать

Что такое словосочетание. Как составить словосочетания?

Урок башкирского языка на тему «Словосочетание»

Как составить словосочетания на башкирском языке

Тема: һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

Маҡсаты : 1) һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары тураһында төшөнсә биреү, аңлатыу;

2) туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү;

3) уҡыусыларҙың һүҙлектәрен байытыу, фекерләү ҡеүәһен арттырыу.

Йыһазландырыу: проектор, ноутбук, дәреслек, дидактик материалдар китабы

Ойоштороу мәле — психологик инеш.

Уҡытыусы: — Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Уҡыусылар: (шиғырҙы экрандан уҡыйҙар) – 1 слайд

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине, телем.

Рәхмәт һиңә һинең аша

Алам тәрбиә, белем.

Булған белемде актуалләштереү

Афарин, Бөгөн дә туған телебеҙ серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ йәнә әсә телебеҙҙең төрлө мәғәнә нескәлектәрен, хис-тойғо биҙәктәрен күрербеҙ.

-Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, өйгә эштәрҙе ҡарап сығам( 16 биттәге ҡағиҙәне уҡырға, 23 күнегеү)

— Үткән дәрестә беҙ ниндәй тема үткән инек? Кем яуап бирер? (2 слайд)

Уҡыусының яуабы. Беҙ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм темаһын үттек.

— Ә нимә була ул һүҙбәйләнеш? Кем яуап бирер?

Уҡыусының яуабы: — һүҙбәйләнеш – ул 2 йәки бер нисә һүҙҙең мәғәнәләре буйынса бәйләнеше.

Ә ул һөйләмдән нимәһе менән айырыла?

Уҡыусының яуабы: Һөйләмдән айырмалы рәүештә ул бер бөтөн уйҙы аңлатмай., бары тик һүҙҙәр кеүек үк һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

Рәхмәт, ә һөйләм нимә була? Кем яуап бирер?

Уҡыусының яуабы : Һөйләм һүҙҙәр төркөмөнән, йәғни һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә һәм тамамланған уйҙы белдерә.

Рәхмәт. Ә хәҙер экранға күҙ һалығыҙ. (3 слайд)

( экранда мәҡәлдәр бирелгән, уларҙа һүҙбәйләнештәрҙең аҫтына һыҙылған)

Атай менән әсәй – алтын ҡанат.

Яҡшы һүҙ һөйөндөрөр,яман һүҙ көйөндөрөр.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ.

Баҡа менән йылан бер күлдә , икеһе лә бер телдә .

Әйҙәгеҙ, бирелгән мәҡәлдәрҙән һүҙбәйләнештәрҙе айырып алып ,тикшереп , төп һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙәрен табайыҡ.

Атай менән әсәй

Баҡа менән йылан

Уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙе табып, тикшереп төп һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙәрен билдәләйҙәр .

Уҡыусылар, бөтә һүҙбәйләнештәрҙә лә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәрҙе таптыҡмы?

Уҡыусының яуабы : Сөнки ике һүҙбәйләнештә һүҙҙәр бер-береһенә эйәреп килмәгән.

Тимәк беренсе бағаналағы һүҙбәйләнештәр икенсеһенән яһалыу юлы менән айырыла.

Шулай итеп , бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ .
(5 слайдта: Туғыҙынсы октябрь, йома. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары )

Һәм дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй булыр икән? Кем әйтә?

Уҡыусының яуабы: Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнеү.

18-се битте астыҡ барыбыҙ ҙа! 25-се күнегеүгә иғтибар итәйек..

1 уҡыусы биремде уҡый.

Рәхмәт, һөйләмдәрҙе уҡып, һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырайыҡ. Улар ике төркөмгә бүленгән . Экранға күҙ һалайыҡ

Айыу менән бабай

Йомарт һәм шәфҡәтле

Йылыға һәм яҡтыға

Беренсе төркөмдәге һүҙҙәр үҙ-ара нисек бәйләнгән?

— Икенсе Төркөмдәге һүҙҙәр үҙ-ара нисек бәйләнгән?

Уҡыусының яуабы: — 1 се төркөм “менән, һәм “теркәүестәре аша бәйләнгән, интонация ярҙамында.

Уҡыусының яуабы : 2-се төркөм бер –береһенә эйәреп килә.

Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, һүҙбәйләнештәр үҙ –ара ике төрлө юл- теҙмә һәм эйәрте-ле бәйләнеш юлдары менән барлыҡҡа килә.

Теҙмә бәйләнештә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәр булмай, улар бер-береһенә тиң булып, бер үк һорауға яуап булалар. Мәҫәлән , айыу менән бабай, яҙ һәм йәй, йомарт һәм шәфҡәтле – теҙеү теркәүестәре ярҙамында, йылы, йомарт йәки йомшаҡ, йылы — теҙеү интонацияһы ярҙамында бәйләнәләр. Шулай булғас уларҙа береһенән сығып икенсеһенә һорау ҡуйып буламы?

Уҡыусының яуабы : Юҡ, әлбиттә. Сөнки улар тиң киҫәктәр.

Эйәртеүле бәйләнештә иһә һүҙҙәр бер-береһенә тиң булмайҙар, береһе береһенә эйәреп килә. Шуға ла береһен эйәреүсе, икенсеһен эйәртеүсе һүҙ тип атайҙар. Эйәртеүле бәйләнештә килгән һүҙҙәр бер-береһенә килеш ялғауҙары, эйәртеү интонацияһы, бәйләүестәр ярҙамында бәйләнә. Һ әм уларҙың береһенән икенсеһенә һорау ҡуйып була. Мәҫәлән, Байрасҡа күсте һ-дә Байрасҡа эйәреүсе һүҙе күсте һүҙенә бәйләнер өсөн төбәү килештә килгән, уны башҡа килештә ҡуйып булмай. Матур һөйләне һ-ше үҙ-ара эйәртеү интонацияһы менән бәйләнә. Мәктәпкә тиклем бара һүҙ-ше бер-береһенә тиклем бәйләүесе менән бәйләнгән.

1) Әйҙәгеҙ, хәҙер күнегеүҙәр эшләүгә күсәйек. 26 сы күнегеү, тексты уҡырға, бағаналап бишәр теҙмә һәм эйәртеүле һүҙбәйләнешкә миҫалдар күсереп алырға. ,бер-береһенә нимә ярҙамында бәйләнгән, һөйләп бирергә. Башта уҡыйым, иғтибар менән тыңлағыҙ .

Уҡыусылар 1 мәртәбә үҙ аллы уҡый, аҙаҡ ике – өс уҡыусы ҡысҡырып уҡыйҙар, үҙ аллы эшләп алғандан һуң миҫалдарын уҡыйҙар.

Төньяҡ амурҙары “ әҫәре

2 ) Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән башта теҙмә, һуңынан эйәртеүле юл менән барлыҡҡа килгәндәрен күсереп алығыҙ һәм нисек бәйләнгәнен аңлатығыҙ

Ҡаланан ҡайттыҡ;урманға тиклем барҙыҡ; ат менән һыйыр; атҡа ла, һыйырға ла; иланы ла иланы; шәп йүгерә; бысраҡ юл; ҡысҡырып һөйләшә; тау бите; атайымдың ҡайышы; кәзә һөтө; яҡты, йылы; бара һәм ҡайта; мөхәббәт һәм нәфрәт; яҡшы уҡый; сыҡҡан да киткән; ал, ҡыҙыл һәм аҡ; еләк йыя; ат ҡарай. Мәҫәлән,

3) -Афариндар! Киләһе күнегеү карточкаларҙа бирелә. Бирелгән һүҙҙәрҙән һеҙгә һүҙбәйләнештәр төҙөргә һәм уларҙың бәйләнеү юлдарын күрһәтергә кәрәк (яҙып эшләйҙәр тиҙ генә).

Башҡортостан, Республикаһы, халыҡ, көн, ил, тыуған , ер, башҡорт, үҙ, иҫтәлекле, һәм, татар , менән , тел

Ә хәҙер саҡ ҡына күҙҙәребеҙҙе ял итттереп, йондоҙ һанап алайыҡ . ( экранда разминка)

4) Хәҙер уҡыусылар, һеҙгә ижади эш тәҡдим итәм. Ул синквейн тип атала.

Был 5 строфалы шиғыр 20 быуат баштарында Америка Ҡушма штаттарында барлыҡҡа килгән.

синквейн Как составить словосочетания на башкирском языке

1 юл — синквейн темаһын күрһәтеүсе исем

2 юл – синквейн темаһының, предметының 2 сифатын билдәләй, 2 сифат һүҙ төркөмөнән тора

3 юл – ошо теманы йәки предметтың эш-хәрәкәтен күрһәтеүсе 3 ҡылым

4 юл – предмет, тема тураһында һөйләм итеп төҙөлә

5 юл – бер һүҙ менән генә һығымта яһау

Әсәй тураһында синквейн уҡып күрһәтәм. Һеҙгә тел тураһында яҙырға кәрәк. ( 10 слайд)

Һөйләшәм, уҡыйым, аралашам

Ата-бабам һөйләшкән, аңлашҡан тел.(ул минең халҡымдың байлығы)

Әсәм теле.(бөйөк тел)

(5 минут тирәһе ваҡыт бирелә)

5) Һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға, яҙма рәүештә эшләйбеҙ: (карточкалар таратырға) (11 слайд)

Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ. (Р.Фәхретдин)

6) Бирелгән һүҙҙәргә иш һүҙҙәр өҫтәп, беренсе бағаналағы һүҙҙәрҙән теҙмә, икенсе бағаналағы һүҙҙәрҙән эйәртеүле юл менән һүҙбәйләнештәр яһап яҙығыҙ. Мәҫәлән, тырышты һәм эшләне, яҡшы һүҙ

7) Эйәртеүле юл бәйләнеше менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙән теҙмә юл менән һүҙбәйләнештәр яһағыҙ:

Ҡарлы ямғыр, уллы ата, кеҫәле күлдәк, майлы икмәк, әсәнең ҡыҙы, ҡояшлы иртә

Мәҫәлән, ҡар һәм ямғыр

Шулай итеп, уҡыусылар, һүҙбәйләнештәр ниндәй юлдар менән яһалалар?

Уҡыусының яуабы: теҙмә һәм эйәртеүле юлдар менән.

Әйҙәгеҙ, хәҙер өйгә эште яҙып ҡуябыҙ: дәреслектән 28-се күнегеү, ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға . (өйгә эште аңлатып китергә)

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестең маҡсатына ирештекме бөгөн?

Эйе икән, тимәк, алдығыҙҙа ятҡан смайликтарҙы күрһәтегеҙ.

Уҡыусылар смайликтар күтәрә.

Алдығыҙҙа ятҡан һөйләмдәрҙе ҡулланып, үҙегеҙгә баһа бирегеҙ:

Мин дәрестә: яҡшы эшләнем; эшләнем, әммә үҙем менән ҡәнәғәт түгелмен; бер нимә лә эшләмәнем; теманы аңламаным.

-Дәресте шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуяйыҡ: (12 слайд)

Видео:Я УЧУ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК 1Скачать

Я УЧУ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК 1

Башкирский язык (стр. 7 )

Как составить словосочетания на башкирском языкеИз за большого объема этот материал размещен на нескольких страницах:
1 2 3 4 5 6 7

Как составить словосочетания на башкирском языке

II л. яҙ — пиши; кил — приди

III л. яҙ+һын —пусть он пишет; кил+һен — пусть он придет

II л. яҙ+ығыҙ — пишите; килегеҙ — придите

III л. яҙ+һын(дар) — пусть они пишут; кил+һен(дәр) — пусть они придут

III. Желательное наклонение (теләк һөйкәлеше) глагола характерно для башкирского языка и связано с модальностью. В русском языке его значение можно передать только синтетическим способом. Желательное наклонение имеет две формы образования: простую и сложную. Простая форма: желательное наклонение в данной форме имеет только I лицо (единственного и множественного числа):

мин барайым — пойду-ка я

мин барып киләйем — схожу-ка я

беҙ барайыҙ — пойдем-ка мы

беҙ барып киләйек — мы сходим (съездим)

Сложная форма желательного наклонения выражается аффиксами -ғы, — ге; — kы, -ке; -һы, -һе, -һо, -һө; далее присоединяются аффиксы лица и глагол килә в значении«хочу, желаю».

I л. аша+ғы+м килә а— хочу есть

II л. аша+ғы+ң килә — тебе хочется есть

III л. аша+ғы+һы килә — ему хочется есть

I л. аша+ғы+быҙ килә — нам хочется есть

II л. аша+ғы+ғыҙ килә — вам хочется есть

III л. аша+ғы+лары килә — им хочется есть

Отрицательная форма: аффикс отрицания -ма, — мә присоединяется к корню вспомогательного глагола килә, далее идет формообразующий аффикс -й:

ашағым килмәйне хочу есть

ашағыбыҙ килмәй — нам не хочется есть

IV. Условное наклонение (шарт һөйкәлеше) глагола в башкирском языке образуется аффиксом -һа, -һә; далее идут аффиксы лица:

Ул әйтһә, килермен — Если он скажет, приду

Булат әйтһә, эшләр — Если Булат скажет, сделает.

Беҙ күрһәк, әйтербеҙ — Если мы увидим, скажем.

Условное наклонение имеет две формы выражения:

а) простая форма выражается аффиксами —һа,-һә:

I л. яҙ+һа+м — если я напишу ҡайтһам — если вернусь

II л. яҙ+һа+ң — если ты напишешь ҡайтһаң — если вернешься

III л. яҙ+һа — если он напишет ҡайтһа — если вернется

I л. яҙ+һа+k — если мы напишем, kайтһаk — если вернемся

II л. яҙ+һа+ғыҙ — если вы напишете, kайтһағыҙ — если вернетесь

III л. яҙ+һа(лар) — если они напишут, kайтһалар — если вернутся

б) сложная форма образуется двумя способами:

1) сочетание основного глагола на -ған (гән, — kан, — кән) + вспомогательный глагол бул-: Единственное число

I л. бар+ған булһам — если бы я ходила, әйткән булһам — если бы я сказала

II л. бар+ған булһаң — если бы ты ходила, әйткән булһаң — если бы ты сказала

III л. бар+ған булһа — если бы она ходила, әйткән булһа — если

I л. бар+ған булһаk — если бы мы ходили, әйткән булһаk — если бы мы сказали

II л. бар+ған булһағыҙ — если бы вы ходили әйт+кән булһағыҙ — если бы вы сказали

III л. бар+ған булһалар — если бы они ходили, әйт+кән булһалар — если бы они сказали

Отрицательная форма: аффикс отрицания -ма, — мә присоединяется к корню (основе) основного глагола:

I л. әйтмәгән булһам — если бы я не сказала

II л. әйтмәгән булһаң — если бы ты не сказала

III л. әйтмәгән булһа — если бы он не сказал

I л. әйтмәгән булһаk — если бы мы не сказали

II л. әйтмәгән булһағыҙ — если бы вы не сказали

III л. әйтмәгән булһалар — если бы они не сказали

2) основной глагол на -ыр, — ер, — ор, -өр + вспомогательный глагол бул-. Например: барыр булһаң — если ты намерен пойти барыр булһа — если он намерен пойти

V. Сослагательное наклонение (шартлы теләк һөйкәлеше) выражается аналитичес-кими формами на — р инее: -а, -ә, — й ине; -асаҡ, -әсәк, — ясаҡ, — йәсәк ине; -ған, — гән, -ҙан –кән булыр ине. При этом спрягаются только вспомогательные глаголы. Форма на -р ине:

I л. күрер инем — я видел бы

II л. күрер инең — ты видел бы

III л. күрер ине — он видел бы

I л. күрер инек — мы видели бы

II л. күрер инегеҙ — вы видели бы

III л. күрер инеләр — они видели бы

Отрицательная форма: аффикс отрицания -маҫ, — мәҫ присоединяется к корню (основе) основного глагола. Например:

күрмәҫ инем — я не видел бы

күрмәҫ инегеҙ — вы не видели бы

Форма на -асаk/-әсәк, — ясаk /-йәсәк ине

I л. kаршы аласаk инем — я бы (обязательно) встретил

II л. kаршы аласаk инең — ты бы (обязательно) встретил

III л. kаршы аласаk ине — он бы (обязательно) встретил

I л. kаршы аласаk инек — мы бы (обязательно) встретили

II л. kаршы аласаk инегеҙ — вы бы (обязательно) встретили

III л. kаршы аласаk инеләр — они бы (обязательно) встретили

В башкирском языке глагол принимает аффикс залогов. Залог выражает отношение действия и исполнителя. Имеются следующие залоги:

основной залог — төп йүнәлеш

возвратный залог — kайтым йүнәлеше

страдательный залог — төшөм йүнәлеше

совместный залог — уртаkлыk йүнәлеш)

понудительный залог — йөкмәтеү йүнәлеше

Основной залог (төп йүнәлеш) выражает исполнение действия самим субъектом и не имеет специальных аффиксов:

Мин яҙам. — Я пишу.

Ул бара. — Он идет.

Студент уkый. — Студент читает.

Возвратный залог (kайтым йүнәлеше) выражает действие, обра-щенное к самому исполнителю. Показатель его — аффикс -н, — ын, — ен:

Страдательный залог (төшөм йүнәлеше) выражает исполнение действия логическим объектом и оформляется аффиксами -л, — ыл, — ел, — ол, -өл; а к словам, оканчивающимся на звуки -ла –лә, — л, присоединяется аффикс -н, — ын, — ен, — он, -өн: әйт+ел+ә — говорится

Совместный залог (уртаkлыk йүнәлеш) выражает участие несколь-ких людей в выполнении действия и оформляется аффиксами -ш, — ыш, — еш, — ош, -өш:

Понудительный залог (йөкмәтеү йүнәлеше) выражает участие двух или нескольких людей в совершении действия. Один приказывает, просит, другой выполняет. Аффиксы этого залога следующие: -дыр, — дер, — тыр, — тер, -ҙыр, -ҙер:

яҙ+ҙыр — заставляй писать

ал+дыр — сделай, чтобы взяли

(прибавляется к словам на гласные и на — р):

уйла+т — заставь думать

Задания для самоконтроля:

1. Напишите глаголы в предложениях. Каким членом предложения они являются?

Иртәгә химия дәресе … .

2. Напишите глаголы в настоящем, будущем, прошедшем времени.

Хәҙерге Үткән Киләсәк

заман заман заман

Вопросы для самоконтроля:

1. На какие вопросы отвечают глаголы?

2. Как образуются глаголы?

3. Объясните особенности склонения глаголов.

4. Как передается категория отрицания?

5. Назовите наклонения глаголов.

6. Проспрягайте глаголы уҡы, йырла, йүгер.

Местоимения в башкирском языке заменяют имена сущес-твительные, числительные, прилагательные, глаголы и наречия.

§ 20. Разряды местоимений — Алмаш төркөмсәләре

В башкирском языке есть следующие разряды местоимений:

1) личные местоимения (зат алмаштары);

2) указательные местоимения (күрһәтеү алмаштары);

3) вопросительные местоимения (һорау алмаштары);

4) определительные местоимения (билдәләү алмаштары);

5) неопределенные местоимения (билдәһеҙлек алмашт-ары);

6) отрицательные местоимения (юkлыk алмаштары);

7) притяжательные местоимения (эйәлек алмаштары).

1) Личные местоимения (зат алмаштары):

Личные местоимения падеже в именительном употребляются в качестве:

а) подлежащего: Мин банкта эшләйем. — Я работаю в банке.

б) сказуемого: Минең атайым – ул. — Мой папа – он.

2) Указательные местоимения (күрһәтеү алмаштары)

шул, теге, анау — тот

ул — этот могут употребляться в функции определения, располагаясь перед существительными, и не изменяются:

был кешегә — этому человеку, теге әйберҙең — у той вещи.

Указательные местоимения употребляются в качестве:

а) подлежащего: Был шәп машина бит. — Это же прекрасная машина.

б) дополнения: Быны әсәйем оҡшатыр. — Это маме понравится.

в) сказуемого: Был нәмә шул инде. — Это было (как раз) то.

г) определения: располагаются перед существительными и не изменяются:

Был китапты мин уҡыным. — Эту книгу я прочитал.

А когда употребляются без существительных, то принимают аффиксы множественного числа нужного падежа:

3) Вопросительные местоимения (һорау алмаштары):

кем? — кто? нәмә? — что?

ниндәй? — какой ? нисә? — сколько?

kайһы?— который, какой kасан? — когда?

kайҙа? — где? нисек? — как?

Вопросительные местоимения употребляются в качестве:

б) дополнения Кемде күрҙең? Кого увидел?

в) определения Бөгөн ниндәй көн? Какой сегодня день?

Местоимения кем, нимә склоняются как имена существительные:

Төп килеш кем? нимә?

Эйәлек килеш кемдең? нимәнең?

Төбәү килеш кемгә? нимәгә?

Төшөм килеш кемде? нимәне?

Урын-ваҡыт килеш кемгә? нимәгә?

Сығанаҡ килеш кемдән? нимәнән?

Местоимения ниндәй, нисә, употребляясь перед существительным, не склоняются:

Бөгөн ниндәй көн? — Какой сегодня день?

Нисә китап? — Сколько книг?

Нисә китаптың бите юҡ? — У скольких книг нет страниц?

Местоимение нисек сочетается с глаголом:

Студент нисек уkый? — Студент как учится?

Местоимение kасан относится к глаголу:

Уkытыусы kасан килә? — Преподаватель когда придет?

4) Определительные местоимения (билдәләү алмаштары):

һәр, һәр кем, һәр береһе, һәр бер (нәмә) — каждый

бөтә, бөтәһе, бөтөнөһө, бары, барлығы — весь, всего

барса, барлыk, һәммә — все

Определительные местоимения употребляются в качестве:

а) определения Беҙгә hәр көн шылтырата. — Нам каждый день звонит.

б) дополнения Был хәбәр бөтөнөбөҙҙө ҡыуандырҙы. — Эта весть нас всех порадовала.

Местоимения hәр, бөтөн, барса, барлыҡ, hәммә, үҙ, находясь перед существительными, становятся определениями и не склоняются.

Местоимения бөтөн, барса, барлыҡ, hәммә, үҙ при самостоятельном уптреблении принимают аффиксы принадлежности и падежа:

бөтөнөбөҙгә — всем нам

hәммәбеҙҙе — всех нас

Местоимение һәр употребляется перед существительным, становится определением и не склоняется:

Местоимение үҙ не изменяется, если является определением:

При самостоятельном употреблении принимает аффиксы принадлежности, падежа, числа.

5) Неопределенные местоимения (билдәһеҙлек алмаштары) образуются от вопросительных местоимений:

а) прибавлением безударного аффикса –дыр, — дер, — тыр, — тер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, — лер:

б) постановкой перед вопросительным местоимением слова әллә:

әллә кем — кто-то

әллә kайҙа — где-то

әллә нимә — что-то

әллә ниндәй — какой-то

әллә kасан — когда-то, давно

6) Отрицательные местоимения (юkлыk алмаштары) образуются:

а) прибавлением слова һис к вопросительным местоимениям:

һис кем — никто һис kасан — никогда;

б) прибавлением слова бер:

бер нимә лә — ничто, бер кем дә — никто.

Отрицательные местоимения по падежам не изменяются.

7) Притяжательные местоимения (эйәлек алмаштары):

минең — мой, моя, мое, мои

һинең — твой, твоя, твое, твои

беҙҙең — наш, наша, наше, наши

һеҙҙең — ваш, ваша, ваше, ваши

Задания для самоконтроля:

1. Составьте предложения со следующими местоимениями.

Мин, үҙем, кем, һинеке, беҙҙең.

2. С притяжательными местоимениями минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың напишите словосочетания.

3. Выпишите из текста местоимения.

Мин колледжда уҡыйым. Колледжда үҙемә бик күп яңы дуҫтар таптым. Беҙҙең төркөмдә 32 студент. Улар бөтәһе лә тырышып уҡыйҙар. Беҙ төрлө һөнәр кешеләре: кемдер заводта, кемдер магазинда, ә кемдер төҙөлөштә эшләй. Һәр беребеҙ үҙ һөнәрен ярата.

Вопросы для самоконтроля:

1. Назовите все разряды местоимений.

2. Назовите личные местоимения.

3. Назовите притяжательные местоимения.

ИМЯ ЧИСЛИТЕЛЬНОЕ — ҺАН

§ 21. Понятие о числительном — Һан тураһында төшөнсә

Числительные обозначают количество предметов, порядок их при счете и отвечают на вопросы

нисә? күпме? — сколько?

нисәнсе? — который (какой)?

нисәшәр? — по сколько? и др.

Например: Беҙҙең класта ун алты (нисә?) уkыусы — В нашем классе шестнадцать (сколько?) учеников.

Беҙгә икешәр (нисәшәр?) алма тура килде — Нам досталось по два (по сколько?) яблока.

Числительное, являясь количественным признаком предмета, явлений, сочетается с существительным в качестве его определения. Определяемое слово (существительное) при этом имеет, как правило, форму единственного числа:

бер алма — одно яблоко

ике бала — двое детей

ун ете уkыусы — семнадцать учеников

йөҙ илле биш автобус — сто пятьдесят пять автобусов

Отдельные числительные сочетаются и с глаголом. Собирательные числительные сочетаются только с глаголом:

бишәү барҙыk — впятером ходили

алтау булды — стало шесть

дүртәүләп йәшәнек — жили вчетвером.

§ 22. Простые и сложные числительные — Ябай һәм kушма һандар

В башкирском языке употребляются простые и сложные числительные. К простым относятся числительные:

1 — бер — один 6 — алты — шесть

2 — ике — два 7 — ете — семь

3 — өс — три 8 — һигеҙ — восемь

4 — дүрт — четыре 9 — туғыҙ — девять

5 — биш — пять 10 — ун — десять.

2) десятичные числа (10, 20, 30, 40, 50, 60, 70, 80, 90):

10 — ун — десять 60 — алтмыш — шестьдесят

20 — егерме — двадцать 70 — етмеш — семьдесят

30 — утыҙ — тридцать 80 — һикһән — восемьдесят

40 — kырk —сорок 90 — туҡһан — девяносто

50 — илле — пятьдесят

100 — йөҙ — сто 300 — өс йөҙтриста

200 — ике йөҙдвести 400 — дүрт йөҙчетыреста ит. д.

1000 — мең — тысяча 3000 — өс мең — три тысачи

2000 — ике мең — две тысачи 4000 — дүрт мең — четыре тысачи

5) международные названия чисел: миллион, миллиард и выше. Сложные числительные состоят из двух и более слов. Они образуются так:

1) к десятичным корням (ун — десять, егерме — двадцать, утыҙ — тридцать и т. п.) присоединяются предыдущие простые числа:

11 — ун бер — одиннадцать

12 — ун ике — двенадцать

13 — ун өс — тринадцать

14 — ун дүрт — четырнадцать

15 — ун биш — пятнадцать

21 — егерме бер — двадцать один

22 — егерме ике — двадцать два

23 — егерме өс — двадцать три

32 — утыҙ ике — тридцать два

71 — етмеш бер — семьдесят один.

2) сложные числительные образуются в следующем порядке:

1946 — бер мең туғыҙ йөҙ kырk алты — единица + тысяча + единица + сотня + десятичное число + единица, т. е. как и в русском языке — одна тысяча девятьсот сорок шесть.

201 — ике йөҙ бер

410 — дүрт йөҙ ун

714 — ете йөҙ ун дүрт

1950 — бер мең туғыҙ йөҙ илле

2006 — ике мең алты

3125 — өс мең бер йөҙ егерме биш

45637 — kырk биш мең алты йөҙ утыҙ ете

Задания для самоконтроля:

1. Преведите словосочетания на русский язык.

унынсы һанлы йорт

2. Добавьте в предложениях подходящие имена числительные.

Минең әсәйемә …, ә атайыма … йәш.

Мин … курста уkыйым.

Беҙҙең төркөмдә … студент.

Вопросы для самоконтроля:

1. Назовите простые числительные.

2. Как образуются сложные числительные?

§ 23. Понятие о прилагательном — Сифат тураһында төшөнсә

Прилагательные (сифат) в башкирском языке обозначают признак предмета и отвечают на вопросы:

ниндәй? — какой? какая? какое? какие?

kасанғы? — к какому времени относящийся?

kайҙағы? — где находящийся?

Прилагательное чаще всего относится к существительному, ставится непосредственно перед ним, не подвергаясь никаким изменениям:

В предложении имена прилагательные бывают определениями:

матур kыҙ — красивая девушка

Могут быть и сказуемыми:

Вопросы для самоконтроля:

1. На какие вопросы отвечают прилагательные?

2. Какими членами предложения являются имена прилагательные?

ПРОСТОЕ ПРЕДЛОЖЕНИЕ — ЯБАЙ ҺӨЙЛӘМ

Предложение в башкирском языке состоит из двух блоков — блока подлежащего с относящимися к нему словами и блока сказуемого с относящимися к нему словами. Обычно в предложении сначала стоит группа подлежащего, затем группа сказуемого.

Слова, обозначающие время и место, могут располагаться впереди этих групп в начале предложения.

Одной из особенностей башкирского языка является то, что сказуемое завершает предложение. Например:

Беҙҙең синыфта 25 уkыусы уkый.В нашем классе учится 25 учеников.

Әсәйем мине ярата.Мама любит меня.

Сәлимә китап уkый. — Салима читает книгу.

Порядок слов в предложении может меняться в зависимости от интонации, логического ударения. При этом сказуемое ставится впереди:

Һөйләмә уның тураһында.Не рассказывай о нем.

Задания для самоконтроля:

1. Разделите текст на предложения и поставьте нужные знаки препинания

Бөрйән яkтары бик матур унда төрлө ағастар үҫә бейек тауҙар болоттарға тейеп торған кеүек күренә тау йылғаларының һыуы бик тәмле урмандарында айыуҙар уҫал бүреләр хәйләкәр төлкөләр йүгерек kуяндар етеҙ тейендәр йәшәй тау итәктәрендә тәмле еләктәр бешә

2. Добавьте второстепенные члены предложения:

Вопросы для самоконтроля:

1.Объясните, каков порядок слов в простых предложениях?

3. ЗАДАНИЯ ДЛЯ ВЫПОЛНЕНИЯ КОНТРОЛЬНОЙ РАБОТЫ

I. Найдите башкирские эквиваленты к русским словам и словосочетаниям

1. двухэтажный әйтегеҙ әле

наша группа һөҙөмтә

учебное заведение ике kатлы

скажите, пожалуйста беҙҙең төркөм

итог уkыу йорто

2. будь здоров иҫән-hау бул

добрый вечер хәйерле кис

кассир урта белем

3. рассказывает иртәгәгә тиклем

доброе утро hөйләй

до завтра хәйерле иртә

спокойной ночи тыныс йоkо

4. добрый день хәйерле көн

рад встрече танышыуға шатмын

сберегательная книжка һаkлыҡ кенәгәһе

дает право хоkуk бирә

четверг hүрәт төшөрә

6. понедельник иҫәп

будьте знакомы бик hәйбәт

очень приятно дүшәмбе

проходите таныш булығыҙ

7. извините ҡүлтамға

подпись ғәфү итегеҙ

8. доход иртәгәгә тиклем

до завтра хушлашыу

приходите еще йәкшәмбе

воскресенье тағы ла килегеҙ

9. заочно хөрмәт итеү

уважать ситтән тороп

10. образование һаҡлыҡ кассаһы

выходной үткән йыл

прошлый год шаршамбы

сберегательная касса ял көнө

II. Найдите русские эквиваленты к башкирским словам и словосочетаниям

11. ата йорто смелый

kолаk hалыу отчий дом

12. торлаk майҙаны долго

етди жилая площадь

арттырып ебәреү считать

13. завещание продавец

өлкән ул старший сын

хөрмәт итәм характер, нрав

14. таш йорт нужда

кесе ул прямые волосы

тура сәсле младший сын

хат ташыусы каменный дом

15. торлаk майҙаны офис

яғымлы материальная помощь

матди ярҙам жилая площадь

офис целый вчер

16. өй хужаhы отправился домой

kайтырға сыkтым победа

еңеү хозяин дома

17. тыуған йорт дурной по характеру

туkталышkа тиклем победитель

еңеүсе до остановки

менеджер отчий дом

18. kунаk өйө хорошо

урта буйлы гостевая

яҙыусы среднего роста

19. кирбес йорт жесткий характер

kаты холоk плохо, плохой

насар кирпичный дом

аш бешереүсе соревнование

20. бер kатлы йорт открытый

асыk высокого роста

ҙур буйлы одноэтажный

III. Переведите следующие слова и словосочетания на русский язык:

21. Иҫәп, сәнәғәтле kала, хөкүмәттән бирелгән ярҙам, материаль байлыk, эш хаkы, иkтисади сәйәсәт, эшkыуар, договорҙы төҙөү, изгелек, экономия яhау, исрафлау, бирәсәк, бина.

22. Халыk байлығын hаkлау, өлөш, тиҫтә, йыллыk отчет, ултырыш, иkтисад, етешлек, йәмғиәт милке, эшkыуар, көрсөк шарттарында, ваkлап hатыу нөктәләре, етештереү күләме, иkтисади хәл, матди ерлек.

23. Осрашыу, байрам, дәүләт эшмәкәрлеге, уңыш менән үтте, ике яkлы осрашыу, ике яkлы килешеү, төбәк бүлексәhе, үҫеш йүнәлештәре, ихтыяж менән файҙаланылған, социаль-иkтисади үҫеш, уңышkа өлгәшеү, халыk-ара мәҙәниәттәр фестивале.

24. Хәкимиәткә йөкмәтелде, тышkы иkтисади бәйләнештәр, финанс көрсөгө, kабул итеү, насар сифатлы, раҫлау, ғәмәлдән сығарыу, агитация hәм пропаганда эше буйынса урынбаҫар, төбәк филиалы директоры, бер тауыштан, көн тәртибе, алдынғы хужалыk.

25. Тәбиғи шарттар, үҫемлек, хайуандар донъяhы, ауыл хужалығы йәрминкәhе, таштар донъяhы, әбейҙәр сыуағы, kоролоk шарттары, ауыл хужалығы министрлығы, hыу баҫыу, ыңғай шарттар, тәбиғәт байлыkтары.

26. Объекттар асыу тантанаhы, иkтисади хәлдең тотороkло булыуы, социаль-мәҙәни ассортиментты киңәйтeү, яғыулыk-энергетика комплексы, рәхмәт белдерә, ташламалар kаралмаған, kотларға килеүселәр, эске эштәр министры, баланың хоkуkтары, йөкләмәләрен үтәй, тәү сираттағы бурыстар.

27. Дәлил, тауар етештереү, етәкселек итеү, идара итеү, сәркәтип, йыйылышта kатнашыу, ижтимағи ойошма, эште планлаштырыу, рәхмәт белдергән, гражданлыk йәмғиәте, киң агитация hәм пропаганда эше, етештереүсе предприятиелар.

28. Экологияға хәүеф янамай, нефть сеймалы, ағзалыk взносы, вклад индереүсе, гарантия менән hатыу, сауҙа декларацияhы, ярты йыллыk отчет, иkтисади бәйләнеш, асыk акционерҙар йәмғиәте, ябыk акционерҙар йәмғиәте, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, ташламалар kаралған.

29. Эшлекле hөйләшеү, бәхетле кеше, ваkытында килдем, ремонт оҫтаханаhы, төҙөүсе хыялы, kала үҙәге, завод биләмәhе, тәрән ятkылыk, сәйәхәткә сығыу, hөнәр hайлау, hөнәри оҫталыk, төҙөлөш материалдары етештерeү.

30. Эш тәжрибәhе, фирмаға тоғролоk, махсус белем, хеҙмәт кенәгәhе, эшкә урынлашыу, тәҡдим итеү, эшкә hәләтле, хеҙмәт дәғүәhе, әңгәмә буйынса, хеҙмәт урыны, kабул итеү көнө, уңайлы шарттар.

IV. Просклоняйте существительные

32. Урман, көмөш, малай

33. Бухгалтер, йорт, үлән

34. Ҡуян, болон, кәмә

35. Айыу, kолон, Фәнил

36. Төҙөүсе, төн, китап

37. Көн, кассир, kала

38. Нефтсе, төлкө, ағас

39. Юрист, өлөш, kайын

40. Инженер, имән, төркөм

V. Переведите текст на русский язык. Отметьте главные и второстепенные члены предложения.

41. Уйын бик тиҙ башланып китте. Башта kыҙҙар, егеттeр, kулға-kул тотоношоп, йырлап әйләнделәр. Унан hуң йырҙы hаман туkтатмайса парлы уйын уйнанылар. Уйындар hаман үҙгәрә торҙо. Йыр көйҙәре алмашына барҙы. Күҙ алдында бер туkтауhыҙ кәүҙәләр өйөрөлдө, kулдар елпенде, күн итек табандары шаkылданы.

42. Йомшаk kына kар яуа. Боронғо йорттар моңhоу аkлыkта. Еңеү баkсаhын үтеп, беҙ текә яр kырына килеп туkтайбыҙ. Ҡапыл kар яуыуҙан туkтай, аk пәрҙә күтәрелә. Аҫта – боҙ юрғанын ябынған Ағиҙел йылғаhы. Ҡаршы ярҙа kара kыуаkтар, тау башында тотош стена булып теҙелгән яңы kаланың уттары.

43. Бөйөк Ватан hуғышы башланғанда Михаил Петрович Девятаев Белоруссияла хеҙмәт иттe.

Львов янындағы hуғыштарҙың береhендә Михаилдың самолеты яна башлай, иңбашы hәм аяғы яралана. Шул хәлендә ул ялkынланып янған самолеттан парашют менән hикерә. Яраланған hәм аңын юғалтkан хәлдә ул әсирлеккә эләгә.

44. Төндөң иң kыҫkа ваkыты. Беҙ бесәнгә төштөк. Бына бер заман, кyңелле йылмайып, kояш күтәрелә. Сәғәт биш тә тула. Шунда йәшел сәскә төймәләре, hүҙ kуйышkандай, берҙәм асылып китә. Асылған береhе аk йондоҙ булып kабына.

Аk томбойоk! Тәбиғәт был саkлы ла матурлыkты hәм сафлыkты тыуҙырыр икән!

45. Бөгөн иртәнән бирле йәйге аяҙ күктә kояш балkый, гүзәллеккә күмелгән тәбиғәтте нурға kойондора. Ул инде шаkтай юғары күтәрелергә өлгөргән. Көньяkтан талғын ғына ел иҫә. Уҫаk япраkтары әкрен генә шаулашалар. Йоkонан уянған kоштар сутылдаша. Кисә генә яуып үткән ямғырҙан hуң hауа тағын да сафлана төшкән.

46. Салауат – йәшеллек kалаhы, йәштәр kалаhы ул. Салауатта kыҙыу төҙөлөш бара. Яңынан-яңы ятаkтар, заводтар төҙөлә. Һөнәрле йәштәр, асылда, ташсылар, штукатурсылар, малярҙар hәм башkа эшселәр төҙөйҙәр уларҙы. Нигеҙ өсөн ерҙе экскаваторҙар, бульдозерҙар kаҙа. Бөгөн мин эре панелдeрҙән төҙөлгән торлаk йорттары төҙөлөүен kарап торҙом. (З. Биишева).

47. Мин улым менән урманға барҙым. Улым урман буйлап йyгергәндә, уны шаян тейен туkтатты. Тейен ырғытkан бәшмәк малайымдың башына төшкән икән. Бәшмәктең дә ниндәйе бит әле – яңы ғына өҙөлгән аk бәшмәк. Тейен хәҙер kышkылыk запас әҙерләй, бeшмәк киптерә. Бәшмәктең дә иң нығын hәм бөтөнөн. Сатнаған булhа, кире ырғыта.

48. Беҙҙең ауыл янындағы туғай уртаhында бәhлеүән имән үҫә. Ул ауылдың түбән осонан уk күренә. Бер ағас та ышыkлай алмай уны, ел-дауылға ла бирешмәй. Йәй kоро килhә лә, әллә ни иҫе китмәй. Дымды әллә ниндәй тәрәнлектән ала ул. Күп hанлы тамыр-тармаkтарын тәрән ебeргән. Туғайҙы яҙ көнө hыу баҫа, ул яртылаш hыуҙа ултыра.

49. Заhит кәләшен алып kайтты. Ауылда был хәбәр тиҙ таралды. Туған-тыумасаның kыҙҙары ун ете йәшлек еңгәләрен күрергә ашыkтылар.

Ҡыҙҙар оялышып kына соланда торалар. Ләкин күҙҙәре шаршау артында ултырған йәш еңгәгә төбәлгән.

Сафураның kәйнәhе Йомаббикә әбей өйгә бер инде, бер сыkты. Өлкән киленен сәй kайнатырға, көлсә бешерергә kушты.

50. Әбейҙәр сыуағы ине.

Баkсалар өҫтөндә, ситән-кәртәләрҙә үрмәкес оялары. Әле kыш тураhында хәбәр иткән бер генә нимә лә юk. Бары тирә-яk тәбиғәт кенә ниндәйҙер сәйер моң эсендә йөҙә. Шишмәләр моңлораk сылтыраймы шунда, йылғалар hағышkа манылып ағамы? Күктә күренгән kарағусkыл болоттар нимәлер хаkында киҫәтәме?

VI. Ответьте на вопросы по теме:

51.Сингармонизм законы. – Закон сингармонизма.

52.Исемдeрҙең килеш менән үҙгәреше. – Склонение существительных по падежам.

53. Ҡылымдарҙың заман формалары. – Видовременные формы глаголов.

54. Сифаттарҙың дәрәжәләре. – Степени прилагательных.

55. Һан төркөмсәләре. – Разряды числительных.

56. Хәбәрлек категорияhы. – Категория сказуемости.

57. Башkорт теленең тартынkы өндәре. – Согласные звуки башкирского языка.

58. Башkорт теленең hуҙынkы өндәре. – Гласные звуки башкирского языка.

59. Баҫым. – Ударение.

60. Һүҙ составы. – Состав слова.

4. ВОПРОСЫ К ЗАЧЁТУ

1. Фонетика. Система гласных звуков современного башкирского языка. Закон сингармонизма.

2. Состав слова. Словообразование.

3. Закономерности ударения в башкирском языке. Приведите примеры.

4. Образование сравнительной и превосходной степеней прилагательных.

5. Образование множественного числа имен существительных.

6. Имена существительные. Изменение имен существительных по числам и по падежам.

7. Просклонять имена существительные с аффиксом принадлеж-ности китабым, өҫтәлең. (Эйәлек ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Китабым, өҫтәлең һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә).

8. Категория сказуемости.

9. Местоимения. Личные и притяжательные местоимения.

10. Проспрягайте глаголы уkы, кил в настоящем времени.

11. Проспрягайте глаголы настоящего времени с аффиксами отрицания уkыма, эшләмә.

12. Порядок слов в предложении. Приведите пример.

13. Простые и сложные числительные.

14. Рассказ о себе (Үҙем тураһында. Минең хыялым. Минең ғаиләм).

15. Рассказ о колледже. Лекции, занятия, библиотека (Колледж тураһында һөйләү. Лекция, дәрес, китапхана).

16. Спорт в жизни человека (Кешенең тормошонда спорт).

17. Природа родного края (Тыуған яғымдың тәбиғәте).

18. Любимая профессия (Яратkан һөнәрем).

19. Башкортостан – моя республика (Башkортостан – минең республикам).

20. Диалог на тему “Мои любимые увлечения” (“Минең яратkан шөғөлөм” темаһына диалог).

Видео:Башкирский язык | как говорят башкирыСкачать

Башкирский язык | как говорят башкиры

Урок башкирского языка на тему ‘Словосочетание’

Тема: һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары

Маҡсаты: 1) һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары тураһында төшөнсә биреү, аңлатыу;

2) туған телгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү;

3) уҡыусыларҙың һүҙлектәрен байытыу, фекерләү ҡеүәһен арттырыу.

Йыһазландырыу: проектор, ноутбук, дәреслек, дидактик материалдар китабы

Ойоштороу мәле — психологик инеш.

Уҡытыусы: — Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Уҡыусылар: (шиғырҙы экрандан уҡыйҙар) — 1 слайд

-Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам һине, телем.

Рәхмәт һиңә һинең аша

Алам тәрбиә, белем.

Булған белемде актуалләштереү

-Афарин, Бөгөн дә туған телебеҙ серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ йәнә әсә телебеҙҙең төрлө мәғәнә нескәлектәрен, хис-тойғо биҙәктәрен күрербеҙ.

-Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, өйгә эштәрҙе ҡарап сығам( 16 биттәге ҡағиҙәне уҡырға, 23 күнегеү)

— Үткән дәрестә беҙ ниндәй тема үткән инек? Кем яуап бирер? (2 слайд)

Уҡыусының яуабы. -Беҙ һүҙбәйләнеш һәм һөйләм темаһын үттек.

— Ә нимә була ул һүҙбәйләнеш? Кем яуап бирер?

Уҡыусының яуабы: — һүҙбәйләнеш — ул 2 йәки бер нисә һүҙҙең мәғәнәләре буйынса бәйләнеше.

    Ә ул һөйләмдән нимәһе менән айырыла?

    Уҡыусының яуабы: Һөйләмдән айырмалы рәүештә ул бер бөтөн уйҙы аңлатмай., бары тик һүҙҙәр кеүек үк һөйләмде барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

      Рәхмәт, ә һөйләм нимә була? Кем яуап бирер?

      Уҡыусының яуабы : Һөйләм һүҙҙәр төркөмөнән, йәғни һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә һәм тамамланған уйҙы белдерә.

        Рәхмәт. Ә хәҙер экранға күҙ һалығыҙ. (3 слайд)

        ( экранда мәҡәлдәр бирелгән, уларҙа һүҙбәйләнештәрҙең аҫтына һыҙылған)

        Атай менән әсәй — алтын ҡанат.

        Яҡшы һүҙ һөйөндөрөр,яман һүҙ көйөндөрөр.

        Әйткән һүҙ — атҡан уҡ.

        Баҡа менән йылан бер күлдә , икеһе лә бер телдә.

        -Әйҙәгеҙ, бирелгән мәҡәлдәрҙән һүҙбәйләнештәрҙе айырып алып ,тикшереп , төп һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙәрен табайыҡ.

        Атай менән әсәй

        Баҡа менән йылан

        Уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙе табып, тикшереп төп һүҙ менән эйәреүсе һүҙҙәрен билдәләйҙәр.

          Уҡыусылар, бөтә һүҙбәйләнештәрҙә лә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәрҙе таптыҡмы?

          Уҡыусының яуабы :Сөнки ике һүҙбәйләнештә һүҙҙәр бер-береһенә эйәреп килмәгән.

          Тимәк беренсе бағаналағы һүҙбәйләнештәр икенсеһенән яһалыу юлы менән айырыла.

          Шулай итеп , бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
          (5 слайдта: Туғыҙынсы октябрь, йома. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары)

            Һәм дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй булыр икән? Кем әйтә?

            Уҡыусының яуабы: Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнеү.

            18-се битте астыҡ барыбыҙ ҙа! 25-се күнегеүгә иғтибар итәйек..

            1 уҡыусы биремде уҡый.

              Рәхмәт, һөйләмдәрҙе уҡып, һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырайыҡ. Улар ике төркөмгә бүленгән. Экранға күҙ һалайыҡ

              Айыу менән бабай

              Йомарт һәм шәфҡәтле

              Йылыға һәм яҡтыға

              -Беренсе төркөмдәге һүҙҙәр үҙ-ара нисек бәйләнгән?

              — Икенсе Төркөмдәге һүҙҙәр үҙ-ара нисек бәйләнгән?

              Уҡыусының яуабы: — 1 се төркөм «менән, һәм «теркәүестәре аша бәйләнгән, интонация ярҙамында.

              Уҡыусының яуабы : 2-се төркөм бер -береһенә эйәреп килә.

                Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, һүҙбәйләнештәр үҙ -ара ике төрлө юл- теҙмә һәм эйәрте-ле бәйләнеш юлдары менән барлыҡҡа килә.

                (7 слайдта схема)

                Теҙмә бәйләнештә төп һәм эйәреүсе һүҙҙәр булмай, улар бер-береһенә тиң булып, бер үк һорауға яуап булалар. Мәҫәлән , айыу менән бабай, яҙ һәм йәй, йомарт һәм шәфҡәтле — теҙеү теркәүестәре ярҙамында, йылы, йомарт йәки йомшаҡ, йылы — теҙеү интонацияһы ярҙамында бәйләнәләр. Шулай булғас уларҙа береһенән сығып икенсеһенә һорау ҡуйып буламы?

                Уҡыусының яуабы: Юҡ, әлбиттә. Сөнки улар тиң киҫәктәр.

                Эйәртеүле бәйләнештә иһә һүҙҙәр бер-береһенә тиң булмайҙар, береһе береһенә эйәреп килә. Шуға ла береһен эйәреүсе, икенсеһен эйәртеүсе һүҙ тип атайҙар. Эйәртеүле бәйләнештә килгән һүҙҙәр бер-береһенә килеш ялғауҙары, эйәртеү интонацияһы, бәйләүестәр ярҙамында бәйләнә. Һ әм уларҙың береһенән икенсеһенә һорау ҡуйып була. Мәҫәлән, Байрасҡа күсте һ-дә Байрасҡа эйәреүсе һүҙе күсте һүҙенә бәйләнер өсөн төбәү килештә килгән, уны башҡа килештә ҡуйып булмай. Матур һөйләне һ-ше үҙ-ара эйәртеү интонацияһы менән бәйләнә. Мәктәпкә тиклем бара һүҙ-ше бер-береһенә тиклем бәйләүесе менән бәйләнгән.

                1) Әйҙәгеҙ, хәҙер күнегеүҙәр эшләүгә күсәйек. 26 сы күнегеү, тексты уҡырға, бағаналап бишәр теҙмә һәм эйәртеүле һүҙбәйләнешкә миҫалдар күсереп алырға. ,бер-береһенә нимә ярҙамында бәйләнгән, һөйләп бирергә. Башта уҡыйым, иғтибар менән тыңлағыҙ.

                Уҡыусылар 1 мәртәбә үҙ аллы уҡый, аҙаҡ ике — өс уҡыусы ҡысҡырып уҡыйҙар, үҙ аллы эшләп алғандан һуң миҫалдарын уҡыйҙар.

                «Төньяҡ амурҙары » әҫәре

                2) Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән башта теҙмә, һуңынан эйәртеүле юл менән барлыҡҡа килгәндәрен күсереп алығыҙ һәм нисек бәйләнгәнен аңлатығыҙ

                Ҡаланан ҡайттыҡ;урманға тиклем барҙыҡ; ат менән һыйыр; атҡа ла, һыйырға ла; иланы ла иланы; шәп йүгерә; бысраҡ юл; ҡысҡырып һөйләшә; тау бите; атайымдың ҡайышы; кәзә һөтө; яҡты, йылы; бара һәм ҡайта; мөхәббәт һәм нәфрәт; яҡшы уҡый; сыҡҡан да киткән; ал, ҡыҙыл һәм аҡ; еләк йыя; ат ҡарай. Мәҫәлән,

                3) -Афариндар! Киләһе күнегеү карточкаларҙа бирелә. Бирелгән һүҙҙәрҙән һеҙгә һүҙбәйләнештәр төҙөргә һәм уларҙың бәйләнеү юлдарын күрһәтергә кәрәк (яҙып эшләйҙәр тиҙ генә).

                Башҡортостан, Республикаһы, халыҡ, көн, ил, тыуған , ер, башҡорт, үҙ, иҫтәлекле, һәм, татар , менән , тел

                -Ә хәҙер саҡ ҡына күҙҙәребеҙҙе ял итттереп, йондоҙ һанап алайыҡ. (экранда разминка)

                4) Хәҙер уҡыусылар, һеҙгә ижади эш тәҡдим итәм. Ул синквейн тип атала.

                Был 5 строфалы шиғыр 20 быуат баштарында Америка Ҡушма штаттарында барлыҡҡа килгән.

                1 юл — синквейн темаһын күрһәтеүсе исем

                2 юл — синквейн темаһының, предметының 2 сифатын билдәләй, 2 сифат һүҙ төркөмөнән тора

                3 юл — ошо теманы йәки предметтың эш-хәрәкәтен күрһәтеүсе 3 ҡылым

                4 юл — предмет, тема тураһында һөйләм итеп төҙөлә

                5 юл — бер һүҙ менән генә һығымта яһау

                Әсәй тураһында синквейн уҡып күрһәтәм. Һеҙгә тел тураһында яҙырға кәрәк. ( 10 слайд)

                Һөйләшәм, уҡыйым, аралашам

                Ата-бабам һөйләшкән, аңлашҡан тел.(ул минең халҡымдың байлығы)

                Әсәм теле.(бөйөк тел)

                (5 минут тирәһе ваҡыт бирелә)

                5) Һөйләмдәрҙе һүҙбәйләнештәргә тарҡатырға, яҙма рәүештә эшләйбеҙ: (карточкалар таратырға) (11 слайд)

                Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын еҫкәгән, һыуын эскән, икмәген ашаған ватанығыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бөйөк итеү өсөн тырышығыҙ. (Р.Фәхретдин)

                6) Бирелгән һүҙҙәргә иш һүҙҙәр өҫтәп, беренсе бағаналағы һүҙҙәрҙән теҙмә, икенсе бағаналағы һүҙҙәрҙән эйәртеүле юл менән һүҙбәйләнештәр яһап яҙығыҙ. Мәҫәлән, тырышты һәм эшләне, яҡшы һүҙ

                7) Эйәртеүле юл бәйләнеше менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙән теҙмә юл менән һүҙбәйләнештәр яһағыҙ:

                Ҡарлы ямғыр, уллы ата, кеҫәле күлдәк, майлы икмәк, әсәнең ҡыҙы, ҡояшлы иртә

                Мәҫәлән, ҡар һәм ямғыр

                Шулай итеп, уҡыусылар, һүҙбәйләнештәр ниндәй юлдар менән яһалалар?

                Уҡыусының яуабы: теҙмә һәм эйәртеүле юлдар менән.

                Өй эшен аңлатыу:

                  Әйҙәгеҙ, хәҙер өйгә эште яҙып ҡуябыҙ: дәреслектән 28-се күнегеү, ҡағиҙәләрҙе ҡабатларға. (өйгә эште аңлатып китергә)

                  Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дәрестең маҡсатына ирештекме бөгөн?

                  Эйе икән, тимәк, алдығыҙҙа ятҡан смайликтарҙы күрһәтегеҙ.

                  Уҡыусылар смайликтар күтәрә.

                    Алдығыҙҙа ятҡан һөйләмдәрҙе ҡулланып, үҙегеҙгә баһа бирегеҙ:

                    Мин дәрестә: яҡшы эшләнем; эшләнем, әммә үҙем менән ҡәнәғәт түгелмен; бер нимә лә эшләмәнем; теманы аңламаным.

                    -Дәресте шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуяйыҡ: (12 слайд)

                    📹 Видео

                    Реакция народов на Башкирский языкСкачать

                    Реакция народов на Башкирский язык

                    Башкирский язык.ЗнакомствоСкачать

                    Башкирский язык.Знакомство

                    Учим башкирский за 60 секунд 😍 А у вас какой родной язык?Скачать

                    Учим башкирский за 60 секунд 😍 А у вас какой родной язык?

                    Редко используемые или выпавшие из речевого оборота башкирские слова (на башкирском языке)Скачать

                    Редко используемые или выпавшие из речевого оборота башкирские слова (на башкирском языке)

                    Урок 22 Башкирский. ДиалогСкачать

                    Урок 22 Башкирский. Диалог

                    Опрос: Самое распространенное слово на башкирском языке #башвайнСкачать

                    Опрос: Самое распространенное слово на башкирском языке #башвайн

                    Самые красивые слова на башкирском языкеСкачать

                    Самые красивые слова на башкирском языке

                    РАБОЧАЯ СХЕМА 👍Лайфхак, как учить стихи 😁Скачать

                    РАБОЧАЯ СХЕМА 👍Лайфхак, как учить стихи 😁

                    Все способы словообразованияСкачать

                    Все способы словообразования

                    У этого народа мат запрещен. БашкирыСкачать

                    У этого народа мат запрещен. Башкиры

                    Состав слова. Как сделать разбор слова по составу?Скачать

                    Состав слова. Как сделать разбор слова по составу?

                    Урок 11 Башкирский. Цифры и числа.Скачать

                    Урок 11 Башкирский. Цифры и числа.

                    Удалили с экзамена ОГЭ Устное Собеседование shorts #shortsСкачать

                    Удалили с экзамена ОГЭ Устное Собеседование shorts #shorts

                    Бесплатные курсы на башкирском языке! Первый урок: Особенности башкирского языка. Башҡорт телеСкачать

                    Бесплатные курсы на башкирском языке! Первый урок: Особенности башкирского языка. Башҡорт теле

                    Башкирский язык — Борис ОреховСкачать

                    Башкирский язык — Борис Орехов

                    1 Вместе на башкирскомСкачать

                    1  Вместе на башкирском

                    Я УЧУ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК 2Скачать

                    Я УЧУ БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК  2
                    Поделиться или сохранить к себе: